Башҡорт академия дәүләт театрында Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса премьера көтөлә


Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт театрында Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса премьера көтөлә. Санкт-Петербург режиссеры Степан Пектеев ҡуйған әҫәрҙә мәңгелек ҡиммәттәргә заманса ҡараш күрһәтелә. Антон Чеховтың бөйөк әҫәре башҡорт телендә сәхнәләштерелә. Премьера 13-14 мартта. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Башҡорт сәхнәһендә - заманса иммерсив театр. Тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителәсәк «Ваня ағай» спектакле премьераһына етди әҙерлек бара. Антон Чеховтың билдәле әҫәре донъяның байтаҡ театрҙарында сәхнәләштерелгән. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында пьеса режиссер Шәүрә Мортазина етәкселегендә 1954 йылда күрһәтелгән.

Иммерсив театр - заманса сәнғәт йүнәлеше. Уға ярашлы тамашасылар спектаклде сәхнәнән дә, залдан да ҡарай ала. Был алым тамашсыларҙы мөмкин тиклем артистар уйнауына йәлеп итеп, әҫәрҙең тәрән мәғәнәһен аңлар өсөн ҡаралған

Санкт-Петербург режиссеры Степан Пектеев «Ваня ағай» әҫәрен быға тиклем марый телендә сәхнәләштергән. Милли театрҙар өсөн ҡатмарлы пьесаны сығарыу өсөн сценарий тәү башлап рус телендә өйрәнелә, аҙаҡ тел үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тәржемә ителә.

Режиссёрҙың эштәре бик күп халыҡ-ара конкурс һәм фестиваль премияларына лайыҡ, улар араһында «Алтын Битлек», «Арлекин» кеүек наградалар иғтибарға алына. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ваня ағай» спектакле премьераһы 13-14 мартта көтөлә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ