Республиканың мәғариф көҙгөһө. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 105 йыллығы уңайынан бөгөн Мәғарифты үҫтереү институтында киңәйтелгән ултырыш үтте. Һөйләшеүгә баҫманың элекке хеҙмәткәрҙәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды.
Осрашыуҙа ваҡытлы матбуғаттың үткәненә байҡау яһалды, бөгөнгөһө барланды. Намыҫлы хеҙмәт өсөн мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәренә наградалар ҙа тапшырылды. Журнал бер быуаттан һуң да педагог-ғалимдарҙың фәнни хеҙмәттәре, алдынғы уҡытыусыларҙың дәрес өлгөләре, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙансығы булып тора. Ул ябай мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә уҡытыусылар өсөн көндәлек эштә төп ярҙамсы ла.



