Рәшиҙә Мәһәҙиеваға – 60: журналистикаға тоғролоҡ һәм ижади мираҫ


Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика хөкүмәт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиеваға - 60 йәш. Юбилей уңайынан ойошторолған ижад кисәһендә ҡәләм оҫтаһының дәрәжәләр исемлеге тағы ла бер награда - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да, нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән тулыланды. «Заман һәм журналист» тип исемләнгән осрашыуҙа журналист яңы китабы менән дә таныштырҙы.

Журналист, телсе, йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы, яҙыусы. Рәшиҙә Мәһәҙиеваның вазифа- дәрәжәләрен оҙаҡ һанарға мөмкин. Шулай ҙа журналистика уның яҙмышы ла, булмышы ла. Һөнәренә ул хәҙер 40 йылдан ашыу тоғро.

Талапсанлыҡ, рух, аҡыллы фекер йөрөтөү кеүек сифаттар уға бәләкәйҙән хас була. Башҡорт дәүләт университетынан Мәскәүгә уҡырға ебәрелә. Рәшиҙә Мәһәҙиева Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас та, «Башҡортостан пионеры» гәзитенә бүлек мөдире итеп эшкә саҡырыла. Йәш белгескә үҙенән өлкәнерәк ҡәләм оҫталары менән етәкселек итергә тура килә. Тик ул һынатмай.

Мәскәү мәктәбе йоғонтоһо «Йәшлек» гәзитендә эш осоронда ла күренә. Рәшиҙә Мәһәҙиева заманса фекерләүе, яңыса матбуғат ҡороу оҫталығы менән һоҡландыра. Күп кенә журналистарға остаз була.

Рәшиҙә Мәһәҙиева «Йәшлек», «Аҙна» гәзиттәрендә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында, Башҡорт дәүләт университетында эшләй. Бер үк ваҡытта шиғырҙар, балалар өсөн әҫәрҙәр яҙа, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Әле ул «Ватандаш» журналының баш мөхәррире. Илһам сығанағы бер -

Журналистың эше - яҙғандарында. Юбилей уңайынан үткән кисәлә Рәшиҙә Мәһәҙиеваның «Әйтер һүҙем етһен кешеләргә» китабының исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡҡа төрлө жанрҙағы яҙмалар - шиғыр, мәҡәлә-очерк, юлъяҙмалар ингән. Китапта ла, тормошта ла уның өсөн ижад менән журналист эшмәкәрлеге йәнәш һәм йәндәш.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ