Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсыларының Алыҫ Көнсығыштағы уйындар серияһы башланды. Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре тәүге осрашыуҙы Владивостоктың «Адмирал» клубы менән үткәрҙе.
Бишенсе минутта иҫәпте хужаларҙың һөжүмсеһе Никита Сошников асты. Әйтергә кәрәк, был хоккейсы беҙҙең көйәрмәндәргә яҡшы таныш. Беренсе осор тамамланыуға өс ярым минут ҡалғас, Джошуа Ливо яуап шайбаһы индерҙе. Был легионерыбыҙҙың быйылғы миҙгелдәге 42-се уңышы. Хәҙер уға Сергей Мозякиндың голдар буйынса рекордын ҡабатларға тағы ла алты шайба индерергә ҡалды. Тәнәфестән һуң Нейтан Тодд юлаевсыларҙы алға сығарҙы. Әммә уйын аҙағында дәғүәселәр иҫәпте тиҙеҙләүгә өлгәште. Овертайм һөҙөмтәһеҙ үтте, ә бына буллитар серияһында Егор Сучков Башҡортостан командаһына 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Яҡтар араһында тағы ла бер уйын 2-се мартта үтә.



