Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Әбйәлил районының Әлмөхәмәт һәм Гусев ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Асыҡ диалог барышында урындағы халыҡ юлдарҙы, социаль учреждениеларҙы төҙөкләндереү, һыу, газ менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙе. Әйтәйек, Таҡһыр ауылынан Рәзилә Йосопова урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңыртыу мөһимлеген билдәләне, фельдшерға ихтыяж да бар.
Былтыр ғына Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзалары республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла кәмендә ике тапҡыр булып, халыҡ менән осрашҡан. Асыҡ диалог быйыл да дауам итә, айырыуса эште ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр менән көсәйтеү ҡарала. Әбйәлил районы Сиҙәм ауылындағы сараға килгәндә, ул урындағы мәҙәниәт йортонда ойошторолғайны. Учреждениеға 2023 йылда капиталь ремонт уҙғарылған. Осрашыу барышында үҙешмәкәр коллективтар клуб эшен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе.



