Радий Хәбиров шундай башланғыс менән сыҡты. Яңы байрам яҙын билдәләнергә тейеш. Был көндө өмәләр уҙғарыу планлаштырыла. - Берҙәм эште башланыҡ. Әйтелгәндәр - үтәлә. Юлдарҙы тәртипкә килтергәс, газ үткәрелә, һәр ширҡәттә контейнер майҙансығы урынлаштырыла. Тәҡдим ителгән баҡсасы көнөндә биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мөмкинлеге буласаҡ, тине Радий Хәбиров.




