Радий Хәбиров Өфөнөң элекке «Еңеү» кинотеатрын реконструкциялау барышы менән танышты


Йыл ярым эсендә мәҙәни мираҫ объектын тәртипкә килтерергә кәрәк. Радий Хәбиров Өфөнөң элекке «Еңеү» кинотеатрын реконструкциялау барышы менән танышты. Эш тамамланғас, унда фильмдар күрһәтелмәйәсәк, әммә бинаның тәғәйенләнеше элекке кеүек ҡала. Ул тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итәсәк.

Черниковкала буласаҡ кинотеатрҙың тәүге нигеҙ ташы 1945 йылдың 9 майында һалына. Бөйөк Еңеү көнөнә арнап ул немец хәрби тотҡондары тарафынан төҙөлгән. 80 йыл самаһы ваҡыт үткәс, мәҙәни мираҫ объектына икенсе ғүмер бирергә ҡарар ителә. Реконструкция өсөн ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Өс йыл элек архитектур ҡомартҡы йәш тамашасы театрына тапшырыла. Шуға күрә реконструкция проекты бинаны яңыртыуҙы ғына түгел, ә уны функциональ үҙгәртеп ҡороуҙы ла күҙ уңында тота.

Был объекттың тергеҙелеүен ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр ҙә түҙемһеҙлек менән көтә. Был хаҡта улар республика башлығы менән осрашыуҙа һөйләне. Радий Хәбиров менән аралашҡанда кешеләр властарға Черниковканың тарихи йөҙөн һаҡлаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

Волна
Акции БСТ