Донъя мосолмандары өсөн изге Рамаҙан айы башланды

Быйыл ул 29 мартҡа тиклем дауам итә. Ай буйына диндарҙар таң атҡандан ҡояш байығанға тиклем ашап-эсеүҙән тыйылып торасаҡ. Һәр бәлиғ булған һәм һау мосолман изге айҙа Ураҙа тоторға һәм билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәргә бурыслы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Шамонин ауылында йәшәүсе Раҡаевтар күп бала тәрбиәләүсе диндар ғаилә. Белемле, көслө ихтыярлы ата-әсә балаларына үҙҙәре башҡарған изге ғәмәлдәр аша өлгө күрһәтә, сабыр, күндәм булырға өндәй.Иң яҡшы биҙәк иман, тәүфиҡҡа бәхет эйәрә тигән һүҙҙәрҙе лә балаларына йыш ҡабатлай. Балалар араһында ураҙа тотоусылар ҙа бар.

Ураҙа мәлендә изгелек ҡылыу, гонаһтарҙан тыйылыу фарыз , ти диндарҙар. Ғаилә башлығы Рифат Ғәли улы һигеҙенсе кластан ураҙа тота.

Йорт хужабикәһе үҙе лә диндар ғаиләлә үҫкән. Йыл дауамында һәр дүшәмбе һәм кесаҙна ашауҙан тыйылып тороу уларға ураҙаны еңел үткәрергә ярҙам итә.

Изге Рамаҙан айы барышында мосолмандар тәнен һәм йәнен таҙарта.Иманлы инсандар Ҡөрьән уҡый, изгелектәр ҡыла,мохтаждарға хөйер-саҙаҡа тарата. Хроник сирле ауырыуҙар, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙгән әсәләр, яугирҙар, сәйәхәтселәр, балалар һәм өлкән йәштәгеләр ураҙаны кисектерә ала.

Рамаҙан айының төп ғәмәле-көн һайын биш намаҙҙы ҡалдырмау. Мотлаҡ үтәлгән биш намаҙға төнгө намаҙҙан һуң башҡарылған «тәрәүих» намаҙы ла өҫтәлә.Зәйнулла ишан исемен йөрөткән Шамонин ауылы мәсетендә лә диндарҙар тәүге тәүарих намаҙын уҡыны. Мәсеттең имам-хатибы Рәдиф хәҙрәт ай буйына бер мохтаж кешене ашатыуҙың Ураҙа тотоу ғәмәленә тиңләнеүен, изге айҙың һәр мосолманға таҙарыныу, иманын нығытыу, үҙ тормошон яңынан аңлау өсөн ебәрелеүе хаҡында бәйән итте.

Рамаҙан айы дауамында барлыҡ мосолмандар көндөҙ ашауҙан тыйылып тора. Әммә рамаҙан айының шифаһы бының менән генә сикләнмәй.Күңелдәрҙе сафландырған айҙа мосолмандар изге ғәмәлдәр ҡылырға, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы, ти диндарҙар.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ