Ҡышты Иглин районында ла оҙаттылар. Сыуаш-Ҡыбау ауылында уҙған сираттағы күңел асыу саралары милли үҙенсәлеге менән айырылды. Сыуаш халҡы ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп ойошторолған Шиварни байрамы ауылда айырым йолаға әүерелгән. Һуңғы йылдарҙа унда төрлө йәштәге ауыл халҡы ихлас ҡатнаша. Быйыл ул «Айыҡ ауыл» республика конкурсы нигеҙендә уҙҙы. Ошонда уҡ ауыл оҫталары әйберҙәре, ирекмәндәр штабы етештергән фронт кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһе лә йошоролдо. Халыҡ ҡоймаҡ менән һыйланды концерт ҡараны, уйындарҙа ҡатнашты.



