Бөгөн Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың ҡаһарманлығына - 25 йыл. Ике меңенсе йылдың 1 мартында Чечен республикаһының Аргун уйһыулығында яҡташыбыҙ етәкселегенләге десантсылар үлемһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Йөҙгә лә тулмаған Рәсәй һалдаттары мең ярымдан ашыу боевиктарға ҡаршы тора һәм сик буйын үтергә юл ҡуймай. Гвардия майоры Александр Доставаловҡа ҡыйыу алышта һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. Бөгөн иһә ҡаһарман яҡташыбыҙ исемендәге батальон штурмлаусылары Оборона министрлығының башҡа подразделениелары менән берлектә нацистарҙы тар-мар итә. Яугирҙар Донецк халыҡ республикаһының бик күп ауыл- ҡалаларын азат итеүҙә, дошман нығытмаларын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Доставалосыларға иң яуаплы заданиелар йөкмәтелә һәм улар намыҫ, батырлыҡ менән үтәлә. Бәрелештәр һыҙығынан тыл районына ротацияға сыҡҡан штурм төркөмөн беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә ҡаршы алды. Донецк халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы
Хәрби ҡушаматы «Завхоз» булһа ла хужалыҡта ултырырға күнекмәгән. Штурмға барырға хатта аяҡтағы йәрәхәттәр ҙә ҡамасауламай. Ни тиһәң дә үҙен ул яугирҙар тоҡомонанмын тип таныштыра. «Завхоз» өсөн махсус хәрби операция тәүге һуғыш түгел. Чечен кампанияһын үткән яугир бәләкәй ярсыҡтарға иғтибар ҙа итмәй.
Башҡорт булһынмы, татар, рус башҡа милләт яугирҙары ла Доставалов рухында сыныҡҡан. Рәсәй Геройы исемен йөрөткән батальонға иң яуаплы заданиеларҙы ышанып тапшыралар. Донецк халыҡ республикаһының Елизаветовка ауылын азат иткәндә лә Рәсәй флагын ҡаҙауҙы тап Доставаловсыларға йөкмәтәләр. «Соркис» ҡушаматлы яугир был бурысты намыҫ менән башҡара.
Яҡташтарыбыҙ Рәсәй әләме менән бергә Башҡортостан флагын да күтәрә. Был батырлыҡтары өсөн яугирҙар төрлө наградалар, ведомство миҙалдары менән билдәләнде. Һәр награда беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм артабанғы еңеүҙәргә көс бирә, ти улар.
«Завхоз» да бүләкләнеүселәр рәтендә. Таяҡта , әммә ғорур күтәрелгән баш менән күкрәгенә миҙал таҡтырҙы.
Аяҡҡа килгәндә инде, тиҙҙән яраның эҙе лә ҡвлмаясаҡ, ти ул. Тыуған яҡтың һауаһы ла дауалай. Ошо көндәрҙә ул тыуған Баймағына ялға ҡайта. Яңы көс алып йәнә нацизимды дөмөктөрөү өсөн килергә.
Айнур Кәбиров



