Ҡыр эштәре тау артында түгел. Быйылғы яҙҙың иртә килеүе тураһындағы фараздар ер хужаларын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте тиҙләтергә дәртләндерә.
Илеш районының «Маяҡ» хужалығында ла баҫыу эштәренә әҙерлек әүҙем бара. Әлеге ваҡытта иң йәнле урын ул ремонт цехы. Тәжрибәле механизаторҙар техника йүнәтә, көйләй һәм башҡа мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Быйыл республикала ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары - 20 мартҡа, тракторҙар, тағылма, ашламалар таратыусы техникалар 1 апрелгә әҙер булырға тейеш. Был йәһәттән илештәр яуаплы миҙгелгә әҙерлекте көҙгө ураҡ кампанияһы тамамланыу менән башлаған.
Һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡ машиналар паркын яңыртыуға ла яйын таба. Сираттағы тракторҙы «Башсельхозтехника» йәмғиәте заводтан хужалыҡтың үҙенә үк килтереп тапшырҙы. Килешеүҙә апрелгә тип билдәләнһә лә, баҫыу эштәренең ғәҙәттәгенән күпкә алдараҡ башланыу ихтималлығы һатып алыуҙы тиҙләтергә сәбәпсе булған.



