Федор Шаляпин исемендәге музыка музейында Вера Тиманова ижадына арналған кисә үтте


Федор Шаляпин исемендәге музыка музейында донъя кимәлендә танылыу яулаған пианистка Вера Тиманова ижадына арналған кисә үтте. Вера Тиманова туғыҙ йәшендә тәүге тапҡыр Өфөлә сығыш яһай. Моцарт концертын һәм бер-нисә пьесаһын башҡара. Өс йылдан һуң 1868 йылдың 19 февралендә икенсе концерты үтә..Өфө меценаты 12 йәшлек пианистка Карл Таузигтың Фортепиано юғары мәктәбенә уҡырға инергә ярҙам итә. Вера Тиманова Рәсәйҙә бөтә ҙур ҡалаларҙа концерттар ҡуя, күп тапҡырҙар Европа илдәрендә сығыш яһай. Петр Чайковский яҡташыбыҙҙы юғары һәләтле артист тип таный, уға махсус әҫәрен бағышлай,ә композитор Ференц Лист беренсе дәрәжәле йондоҙ, тип атай. Вера Тиманова 1855 йылдың 18 февралендә тыуған, 1942 йылдың 20 февралендә Ленинград ҡамауында вафат булған.


Өфө ҡыҙы Вера Тиманова һәләте, тырышлығы һәм меценат Базилевский ярҙамы менән үҙ дәүеренең билдәле музыканттары Таузик, Лист, Рубенштейнда белем алып, юғары башҡарыу оҫталығына өлгәшә, бөтә донъяла танылыу яулай. Тамашасыларға бөгөнгө кисәлә яһалма инттеллект ярҙамында пианистканың 1916 йылда үткән концертын ҡарау мөмкинлеге булдырылды.

Лена Сәйфуллина, пианист, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Вера Тиманованың ижадын өйрәнеүсе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ