Төрлө ауыл мәктәптәренән 8-10 класс уҡыусылары ҡатнашҡан сараға онлайн-бәйләнеш аша «Таврида» форумы эксперты тоташып, социаль проекттар төҙөү тәжрибәһе менән бүлеште. Улар тема билдәләү, маҡсат ҡуйыу, команда ағзалары араһында бурыстарҙы бүлеү, бағыусылар табыу кеүек темаларға арналды. Алған теоретик белемде һынап ҡарап, үҫмерҙер үҙ проекттарын тәҡдим итте. Командалар араһында мәктәптә ял мөйөшө, волейбол майҙансығы булдырыу, көрәш түңәрәге асыу һәм башҡа идеялар яңғыраны. Апрелдә һәр проект баһаланып, уларҙың өсәүһен тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәте тарафынан финанс ярҙам бүленәсәк.




