1 мартта Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде. Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ял һәм байрам көнөндә эшкә сыҡҡан хеҙмәткәр икеләтә түләү урынына өҫтәмә ял алырға хоҡуҡлы. Отгулды йыл эсендә файҙаланырға кәрәк. Был көндәр отпускыға өҫтәлә ала. Хеҙмәткәр эштән бушатылғанда эштә булған ял көндәре өсөн компенсация түләнергә тейеш.




