Финалға Өфө районы Дмитриевка ауылынан “Без границ” балалар коллективы һәм баш ҡаланың балалар филармонияһынан “Тылсымлы рампа” Халыҡ театры сыҡты. Еңеүселәр 27 мартта билдәле була. Республика халыҡ ижад үҙәге белгесе Гөлсинә Баймөхәмәтова.
Волга буйы Театр фестивале “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул 2019 йылдан уҙғарыла. Конкурс балалар һәм йәштәр театр коллективтары араһында ойошторола.




