Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламент депутаттары исеменән ҡылынған мутлашыу осраҡтары артыуы тураһында белдерҙе. Аферистар ялған хаттар һәм СМС-хәбәрҙәр ебәрә. Төрлө ысулдар менән аҡса күсерергә, шәхси мәғлүмәттәрҙе асырға күндерергә тырыша. Депутаттар кешенән шәхси мәғлүмәт, йә аҡса күсереүҙе һорамай. Халыҡҡа иғтибарлы булырға, мәғлүмәт-хәбәрҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерергә кәңәш ителә.




