Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды


Ошо туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһына кандидат һайлап алынған, әммә был хаҡта һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының министрлыҡ итеп үҙгәртелеүе тураһында белдерҙе. Йәштәр менән эшләү - беҙҙең өсөн төп бурыс. Беҙ ҡасан да булһа вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ. Беҙҙән һуң йәштәр киләсәк. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, аныҡ позиция менән килергә тейеш. Шуға ла Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын йәштәр сәйәсәте министрлығына үҙгәртергә ҡарар иттек, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Яңы министрлыҡты Вито Сабиров етәкләйәсәк.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ