Өфө нефть эшкәртеү заводындағы янғын төп етештереү ҡеүәттәренең эшенә йоғонто яһамаған


Был хаҡта «Башнефть» компанияһының матбуғат хеҙмәтендә белдерҙеләр. «Оператив хеҙмәттәр асыҡ утты һүндерә, халыҡҡа һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф янамай. Предприятиела ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн комиссия булдырылды», - тип хәбәр иттеләр компаниянан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған төндә сыҡҡан янғынды һүндереүгә 100 кеше һәм 28 берәмек техника йәлеп ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов етәкселегендә штаб ойошторола. Ҡайһы бер мәғлүмәтттәр буйынса, ут технологик процестар арҡаһында башланыуы ихтимал. Хәҙер янғын урынында һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм дознавателдәр эшләй. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграмма-каналында хәбәр итеүенсә, янғын ваҡытында бер эшсе зыян күргән. Әле ул амбулатор дауалау үтә. Янғын урынында бөтәһе ике ашығыс ярҙам бригадаһы дежур итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ