Урал аръяғы һәм Ырымбур өлкәһе райондарында йәшәүсе әүҙем атайҙар Хәйбулла районына йыйылды. Федоровка ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы республика этабының «Яуаплы атайлыҡ» төбәк-ара стратегик сессияһы үтте. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Атай ышаныслы кеше, ғаиләнең ныҡлы нигеҙе һәм таянысы. Хәйбулла районында ир-егеттәрҙең атай һәм остаз статусына айырым иғтибар бүленә. Районда ирҙәр советы эшләй, атайҙар форумы уҙғарыла. Федоровка ауылында «Таяныс»атайҙар клубы һөҙөмтәле эшләй..Осрашыуҙарҙа абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған ир-егеттәр тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша, үҙҙәре белгән һөнәрҙе йәштәргә өйрәтә.
Бала тулы ғаиләлә генә яҡшы тәрбиә нигеҙҙәре ала. Хәҙерге ғаиләләрҙә күпселек атайҙар вахта ысулы менән эшләй, айырылышыу һәм үлем осраҡтары ла арта. Ә ысын ир-егеттәр тәрбиәләүҙә атай абруйы бик мөһим.
Осрашыу ир-аттарға белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан.Сессияла ҡатнашыусылар атайҙар тормошондағы психологик мәсьәләләргә лә иғтибар итте.Татыу, тулы һәм бәхетле ғаилә йәмғиәттең ышаныслы нигеҙе. Үҫеп килеүсе быуынға ныҡлы ҡанат ҡуйыуҙа Федоровка ауылы ғаиләләре лә яҡшы өлгө күрһәтә.
Гүзәл Борханова



