Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев яугирҙарға планшетҡа тип йыйған аҡсаһын тапшырған


Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев махсус хәрби операция яугирҙарына планшетҡа тип йыйған аҡсаһын тапшырған. Бының өсөн ул копилкаһын ватҡан. Йыйылған суммаға һатып алынған ике рация хәрбиҙәргә оҙатылған да инде. Малай менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Рациялар тәғәйен урынға барып еткән. Ул «Торба» ҡушаматлы яугирға хәрби заданиеларға йөрөргә ярҙам итә. Элемтә приборын махсус хәрби операция биләмәһенә 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев ебәргән.

Малай йыл дауамында планшет һатып алыр өсөн аҡса йыйған. Ләкин йәш патриот фронтҡа ярҙам итеү маҡсатында дрон йәки рация һатып алырға теләк белдерә. Был идеяға класташтары һәм туғандары ла ҡушыла. Улар ебәргән иғәнә менән йәмғеһе 19 мең һум тирәһе аҡса йыйыла.

Йыйылған суммаға ике рация һатып алына. Приборҙар Ейәнсура районынан оҙатылған гуманитар ылау составында махсус хәрби операция биләмәһенә еткерелә.


Әмир матур итеп һүрәт төшөрә белә. Уға яугирҙар өсөн берәй картина яҙып ебәрергә тигән тәҡдим булғайны. Был ғына әҙ булыр тип, копилкаһын ярырға һәм аҡсалата ярҙам итергә булды. Беҙ уның теләген хуплайбыҙ һәм улыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Артур Мәһәҙиев, Әмирҙең атаһы

Әмиргә өлгө булырлыҡ кешеләр ҙә байтаҡ. Олатаһы отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны, атаһы - Эске эштәр министрлығы офицеры.


Мин үҙем дә махсус хәрби операция башланыу менән гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙамлашам. Әмир быны яҡшы белә. Минең менән бергә магазиндарға йөрөп тауарҙар һатып алғанды күрә, посылкаларҙы әҙерләргә ярҙам итә. Гел дә ҡыҙыҡһынып һораша. Быға тиклем олатаһы менән өлөсәһе ике антидрон һатып алып, яугирҙарға ебәргәйне. Хәрбиҙәр тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын өсөн төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ.

Валерия Мәһәҙиева. Әмирҙең әсәһе

Әмирҙең изге ғәмәле тураһында Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә яҙғайны. «Был хәл миңә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең республиканан самолеттар һәм танктар эшләргә аҡса йыйыусы комсомолдар, пионерҙар һәм уҡыусыларҙы хәтерләтте... Әмиргә, уның дуҫтарына һәм әлбиттә, ата-әсәһенә ошондай шәп ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең егеттәргә ихлас күңелдән ярҙам итеүсе барлыҡ республика халҡына рәхмәт!» тигән төбәк етәксеһе.

Әмир музыка мәктәбендә ҡурайҙа һәм ҡубыҙҙа уйнарға өйрәнә. Бынан тыш, оҫта итеп һүрәт тә төшөрә. Спортты ла үҙ итә - кикбоксинг менән шөғөлләнә, быйыл тәүге тапҡыр сноубордҡа баҫа. Малайҙың илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгәнен тағы бер ҡылығы аша аңларға була. Яңы йыл кисәһенә ул супергеройҙар формаһын түгел, ә тап һалдат кейемен һатып алдыртып, гимнастерка һәм пилотка менән сығыш яһаған.

Ҡәҙерле копилканы ватыу ҡыйын булһа ла, керамиканын яһалған көсөктөң алғы табанын кире йәбештереп, Әмир йәнә аҡса йыя башларға уйлай.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ