Республиканың китапхана эшмәкәрлегенә юғары баһа. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» Бөтә Рәсәй әҙәби мәҙәни-ағартыу проектының икенсе миҙгеле еңеүсеһе. Проект етәксеһе, шағир, Санкт-Петербургта йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Алексей Преснаков, яҙыусылар, республика мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Рәсәйҙә 40 меңдән ашыу китапхана селтәре эшләй. Китап уҡыусыға һөйөү һәм ихтирам менән эшләүсе коллективтың эше - 120 йүнәлештә алып барылған һөҙөмтәле хеҙмәте Рәсәй күләмендә юғары баһаланды. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы коллективы бындай юғары бүләккә китап уҡыусыларҙың күплеге һәм әүҙемлеге, әҙәби, мәҙәни сараларҙың төрлөлөгө, тәрән йөкмәткеһе, китапхана фондтарының байлығы, һәр уҡыусыға асыҡ булыуына бәйле лайыҡ булды. Еңеүсе дипломынан тыш, китапханаға 27 томлыҡ «Мираҫ» альманахы бүләк ителде.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында киң ҡатлам уҡыусыларға заманса уңайлыҡтары булған иркен залдарҙа шөғөлләнә. Быны хатта Ҡытайҙан Рәсәйгә килеп тел өйрөнеүсе студенттар ҙа раҫланы.
Былтыр «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» проектында 12 мең ярымдан ашыу китапхана эшмәкәрлеге анализланһа, быйылғы күрһәткес ике тапҡырға артып, 21 меңдән ашҡан. Милли китапхана менән Алексей Преснаков етәкселек иткән проект хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә ниәтләй. Сиратта - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған төбәк-ара шиғыр уҡыусылар конкурсын уҙғарыу. Унда Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары вәкилдәре лә йәлеп ителәсәк.
Башҡортостандан «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» проектының ижади советы эшендә әлеге осрашыуҙың модераторы, журналист Гөлдәриә Йосопова, шулай уҡ яҡташыбыҙ, Мәскәүҙә йәшәгән яҙыусы Диана Свердловская ла ҡатнаша. Проект ағзалары тәҡдиме менән, осрашыуҙа заман патриотик әҙәбиәте һәм публицистикаһы тураһында ла һүҙ барҙы. «Үҙебеҙҙекеләргә» гәзитенең баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева яңы баҫманың йөкмәткеһе, милли китапхананың ғилми секретары Клара Әғлиуллина «Фронттың китап һыҙығы» проекты менән таныштырҙы. БСТ телеканалы алып барыусыһы Гөлнур Вәлиева Диана Свердловскаяның хикәйәһен уҡып ишеттерҙе. Кисәне Өфө сәнғәт училищеһы һәм баш ҡаланың Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары сығыштары ла йәмләне.
«Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» проекты китапханалар селтәре аша заман авторҙары һәм китап уҡыусыларҙы бер-береһенә яҡынайтыу маҡсаты ҡуйған. Башҡортостан милли китапханаһының алдынғы эш алымдары, уның фондтарының уҡыусыларға асыҡ булыуы Алексей Преснаков етәкләгән проект талаптарына тулыһынса яуап бирә. Төньяҡ баш ҡала ҡунағы менән осрашыуҙың йылы шарттарҙа үтеүе лә ошоно иҫбатланы.
Гүзәл Борханова



