Өфө техник спорт төрҙәре үҙәгенең мотоуҙышсылар командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы


Ғабрахман Ҡадиров исемендәге Өфө техник спорт төрҙәре үҙәгенең мотоуҙышсылар командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Яҡташтарыбыҙ 16-сы тапҡыр илдә иң көслөһө тип танылды. Һуңғы дүртенсе этап уҙған ял көндәрендә Өфөнөң «Төҙөүсе» стадионында үтте.

Көсөргәнешле ярышта Каменск-Урал командаһы спортсылары икенсе, «Мега-Лада» командаһы өсөнсө урын яуланы. Башҡортостан өсөн Никита Богданов, Евгений Шаров, Дмитрий Солянников һәм үҫмер спортсылар араһында Иван Гаврилов сығыш яһаны. Рәсәй чемпионатының дүртенсе этабы күңелһеҙ осраҡ менән тамамланды. «Мега-Лада» лидеры Игорь Кононов уҙыш ваҡытында мотоцикл аҫтына ҡалып ауыр йәрәхәтләнде. Табиптар уның умыртҡа һөйәгенә операция яһаған. Зыяндың етдилегенә ҡарамаҫтан, спортсының аяҡтарында һиҙгерлек һаҡлана. Стәрлетамаҡта тыуған мотоуҙышсыны Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына күсереү мәсьәләһе хәл ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ