Өфө районы Булгаков ауылындағы «Суфия» мәсетендә тәүге ифтар уҙҙы


Ауылдағы өсөнсө иман йорто былтыр асылғайны. Изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә киске ауыҙ асыуға мәсеткә уны төҙөргә ярҙам итеүселәр һәм уларҙың яҡындары йыйылды. Диндарҙарҙың киләсәккә пландары ҙур.

Ҡояш байыу менән, диндарҙар намаҙға баҫа. Был айырыуса тулҡынландырығыс, сөнки халыҡ яңы мәсеттә тәүге ифтарға йыйылған. Юғары көскә мөрәжәғәт алдынан мосолмандар һыу һәм хөрмә менән ауыҙ аса. Ифтар доғаһы уҡыла. Ғөмүмән, Ауыҙ асыу өсөн бер нисә йотом һыу, һөт, сәй эсергә, икмәк ҡабырға мөмкин. Емеш менән ризыҡланыу уғата һиммәтле һанала.

Намаҙ ваҡытында мосолмандар гонаһтарын ярлыҡауҙы һорай, бәрәкәт, илгә тыныслыҡ теләй. Өҫтәлгә витаминдарға бай аш - емеш-еләк, йәшелсә, ҡош ите, һөт ризыҡтары ҡуйыу зарур, ти табынды ойоштороусы Римма Саматова.

Иман йорто Булгаков ауылында өсөнсөһө . Төҙөлөш өс йыл элек башланып, былтыр йәй тамамланған. Изге эш Булгаков ауылы мәхәлләһе рәйесе Ринат Ғиззәтулин теләге буйынса башланып, һуңынан бөтә ауыл халҡын берләштергән .

Бөгөн «Суфия» мәсете ишеге һәр кем өсөн асыҡ. Киләсәктә бында мәҙрәсә , дини дәрестәр ойоштороу ҡаралған. Изге йорт ауыл халҡын үҙенә тартып тора. Төҙөлөштә ҡатнашҡан Шакировтар ғаиләһе лә дингә яҡынайып, быйыл тәүгә парлашып ураҙа тота башлаған.

«Суфия» мәсетендә ифтар мәжлестәре артабан да ойоштороласаҡ. Ә Рамаҙан айы иһә 29 мартҡа тиклем дауам итә. Ураҙа тотоу асығыу тураһында түгел. Тәү сиратта һүҙ рухи таҙартыу, иманды нығытыу тураһында бара. Шулай уҡ был изге эштәр башҡарыу эштәр ваҡыты.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ