Ватанға фиҙаҡәр һәм тоғро хеҙмәт өсөн - ихтирам билдәһе. Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө тармаҡ белгестәре, шул иҫәптән ауыл хужалығы, сәнәғәт, нефть һәм энергетика предприятиелары хеҙмәткәрҙәре булды. Юғары ҡаҙаныштарға ирешкән яҡташтарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
35 йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәткә - лайыҡлы баһа. Баҡалы районының Ахман ауылы фельдшеры Клара Купцова Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Биләмәләге яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында бөгөн ярты меңгә яҡын кеше хеҙмәтләндерелә, уларҙың 62-һе балалар.
Колонна залында бүләкләнеүселәр иҫәбе буйынса сираттағы иң ҙур тантаналарҙың береһе. Орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр - дәүләт наградаларының күп өлөшө ил президенты ҡултамғаһы менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, бөгөн йәмғиәттең ҡатмарлы осорҙа йәшәүен һәм эшләүен билдәләне. Республика халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ өсөн дә ышаныслы тылға әйләнде.
Бүләкләү тантанаһына республика иҡтисадының төрлө тармаҡтарында эшләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары, эшҡыуарҙар, юристар, ғалимдар саҡырылғайны. Башҡортостан Хөкүмәте, Йәмәғәт палатаһы ағзалары ла юғары наградалар менән билдәләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре лә булды. Билдәле йырсы Ришат Төхвәтуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.
Фотохәбәрсе Олег Яровиковтың хеҙмәте лә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән баһаланды . Башҡортостан башлығына рәхмәтен белдереп, ул үҙенең ижади эштәренең береһен бүләк итте.
Һәр награда - республикаға тоғро һәм фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн рәхмәт билдәһе. Бөгөн залда төрлө тармаҡ белгестәре, шул иҫәптән эре сәнәғәт предприятиелары етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре лә тәбрикләнде. Барыһының да теләге бер иҡтисади күрһәткестәреэҙе яҡшыртып, төбәк үҫешендә әүҙем ҡатнашыу.
Гөлназ Хәйбуллина




