Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы уңыш өсөн 248 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Тупраҡтың бындай температураһы ярайһы уҡ яҡшы, ти белгестәр. Сөнки йылы һауа торошо ужым культураларында төрлө ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Монолит ҡырҡыуға тотонор алдынан ҡар ҡатламының ҡалынлығын үлсәйҙәр. Өфө районы баҫыуҙарында ул 40 сантиметр тирәһе, тимәк ҡыр эштәре башланыуға дым етерлек булырға тейеш. Ҡырҡып алынған монолит артабан бүлмә шарттарында иретелә. 12 көндән һуң белгестәр культураларҙың нисек ҡышлауын, уларҙың тамыр системаһын һәм япраҡтарын өйрәнә. Бынан тыш һабаҡ эсендә ҡоротҡостарҙың булыуын тикшерә.
Былтыр ужым культуралары алдағы йылдар менән сағыштырғанда әҙерәк сәселгән. Быға йәй аҙағында һәм көҙ башында ямғырлы һауа торошо ҡамасаулған. Бер үк ваҡытта сәсеүлектәрҙең торошона ҡыштың йылы тороуы ла хәүеф тыуҙыра. Әммә тәүге тикшереү һөҙөмтәләре ужым культураларының яҡшы хәлдә булыуын күрһәткән.



