Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылы «Айыҡ ауыл» исеме өсөн көрәшә


Урында саңғы ярышы һәм «Ғаилә менән ҡышҡы уйындар» эстафетаһы уҙғарылды. Күләмле сара йөҙәрләгән кешене, күрше райондарҙан һәм Ырымбур өлкәһе ҡунаҡтарын йыйҙы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Кинйәбулат ауылының Оло тау һырты саңғы һөйөүселәр менән тулды. Ейәнсураларҙан тыш, Хәйбулла, Бөрйән, Күгәрсен, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарынан йыйылғандар. Бында һәүәҫкәр спортсылар ҙа, Башҡортостан чемпиондары ла, хатта Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусылар ҙа бар. Район хакимиәте кубогына 170-тән ашыу кеше көс һынашты. Иң йәш ҡатнашыусыға 9 йәш булһа, иң олоһо - 60-тан үткән.

Саңғысылар өсөн өс төрлө дистанция әҙерләнгән. Иң ҡатмарлыһы тауға менеү, ти ҡатнашыусылар. Ярыш өсөн һауа торошо ла ҡулай.

Саңғы трассаһын үткәндән һуң, бөр төркөм ғаиләләр үҙ-ара ярышты. «Ғаилә менән ҡышҡы уйындар» эстафетаһында балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашты. Бәйгеселәрҙе ауылдың уңған хужабикәләре еңеүгә ҡеүәтләп, тәмлекәстәр һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Автоклуб сәхнәһенән артистар концерт номерҙары менән байрам кәйефе өҫтәне.

Кинйәбулат ауылына 1776 йылда нигеҙ һалына, әлеге исемен 1857 йылдан алып йөрөтә башлай. Әле бында 160 кеше йәшәй. Халыҡ әүҙем, бер саранан да ситтә ҡалмай, ти ауыл старостаһы. Быға ткилем берҙәм көс менән мәсет төҙөлгән, балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡҡан. «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында» ҡатнашып, мәҙәниәт йортона шаршау һәм «Ялан сәскәләре» ансамбленә сәхнә костюмдары һатып алынған. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға тип күптән хыялланғандан һуң, быйыл көс һынап ҡарарға йөръәт итәләр. Улар бәйгенең республика этабына сыҡҡан.

Кинйәбулат ауылында ойошторолған күләмле сарала Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ҙә ҡатнашты. Быйыл «Ҡарауанһарай» тарихи-мемориаль комплексында Башҡорт аты музейын асыу күҙаллана. Уның коллекцияһын тәүгеләрҙән булып ейәнсуралар тулыландарҙы. Кинйәбулат ауылы халҡы төрлө экспонаттар - боронғо тәңкәләрҙән алып эйәр һәм сыбыртҡаға тиклем тиҫтәләгән әйбер бүләк итте.

Ырымбур ҡунаҡтары Кинйәбулаттарҙы яуап итеп саҡырып ҡайтты. Яҡын арала «Айыҡ ауыл» конкурсы нигеҙендә күрше төбәккә барып концерт менән сығыш яһау ҙа күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ