Мәскәүҙә «Сыңрау торна» башҡорт музыкаһы фестивале еңеүселәре билдәләнде

Тәүгә уҙғарылған музыкаль бәйгелә вокал, инструменталь, хореография, яңғыҙ һәм коллектив номерҙар менән 35 конкурсант көс һынашты. Фестиваль баш ҡалала «Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары Ассоциацияһы» башланғысында Башҡортостан башлығы гранттар фонды ярҙамында ойошторолған. Маҡсаты - Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың ижади мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм талантлы йәштәрҙе билдәләү. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә конкурстың еңеүсеһе, Гран-при эйәһе тип Ленара Солтанова танылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ