«Сбер» компанияһы башланғысында эшләгән «Мәктәп 21» мәғариф платформаһына Башҡортостан да ҡушылды. Бөгөн Өфөнөң вуз-ара кампусында үткән конференцияла мәктәп етәкселеге һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры журналист һәм студенттар алдынды сығыш яһап, уҡыу тәртибе тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
Проектҡа заявкалар ҡабул ителә башлаған. Һайлап алыу этабы июндә үтеп, төп дәрестәр сентябрҙә старт ала. Ғариза «Мәктәп 21» сайтында 18 йәштән өлкән ҡатнашыусыларҙан ҡабул ителә. Дәрестәр вуз-ара кампустың яңы Геном үҙәгендә үтер, тип көтөлә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлаусылар «Сбер» компанияһы һәм республика ойошмаларына эшкә урынлаша ала.



