Башҡортостан юлдаш телеканалы телеканалдар рейтингында республикала иң яратып ҡаралған канал


Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы ойошторған киңәйтелгән коллегия ултырышында бөгөн шулай тип билдәләнде. Медиаөлкәләге йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, бурыстар билдәләнде.

Йыл дауамында күтәрелгән темалар һәм уларҙы халыҡҡа еткереүҙә лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эше баһаланды. Төп темаларҙың береһе- махсус хәрби операция. Уны яҡтыртыу маҡсатында хәрби биләмәгә беҙҙең телеканалдан дүрт бригада 11 тапҡыр барып ҡайтты. Хеҙмәттәштәребеҙҙең хәрби сәфәре әле лә дауам итә. Артабан да журналистарға илһөйәрлек темаһына өҫтөнлөк биреү, һанлы майҙансыҡтарҙа аудиторияны арттырыу бурысы ҡуйылған.


Былтыр беҙҙең аудитория бер ярымға артҡан, республика матбуғаты социаль селтәрҙәрҙә лә үҫешә. Коллегалар яңы проекттары менән таныштырҙы. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейын үткәреү һәм уны медимайҙансыҡта халыҡҡа еткереү маҡсаты тора.

Максим Ульчев, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ