Быйыл талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уяныуы ихтимал


«Ғәҙәттәгенән ҡыш йылыраҡ һәм яҙ иртә башланыуға бәйле, быйыл талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уяныуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы эксперттары .

Ғәҙәттә, талпан ҡаҙалыуҙың тәүге осраҡтары апрелдә теркәлә, иң күп мөрәжәғәттәр майға тура килә, ә мартта бер нисә осраҡ ҡына күҙәтелеүе ихтимал. Быйыл зарарлы бөжәктәр менән көрәшкә иртәрәк әҙерләнергә кәрәк. Һаҡланыу сараларын күҙ уңында тоторға кәңәш ителә. Әммә талпан энцефалитын иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы, табиптар фекеренсә - вакцина эшләтеү.

Хәтерегегә төшөнәбеҙ , 2024 йылда талпан тешләгән 9 меңгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтелгән. Был алдағы йылға ҡарағанда 18 процентҡа кәмерәк. Белгестәр быны һалҡын һәм ямғырлы йәй менән генә түгел, ә биләмәләрҙе талпандарҙан сифатлы эшкәртеү, һаҡланыу саралары хаҡында аңлатыу эштәре алып барыуға бәйләй

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ