Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» акцияһына ҡушылды


Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ул баш ҡалала туғыҙынсы тапҡыр ойошторола.

Акцияны үткәреү майҙансығы итеп Өфөнөң 38-се мәктәбе һайланған. Быйыл ата-әсәләргә база кимәлендәге математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы эшенең варианты тәҡдим ителде. Барыһы ла ғәҙәти имтихандағы кеүек: ингән урында металл эҙләүсе ҡоролма, коридорҙа мобиль элемтә сигналын һүндереү станциялары ҡуйылған. Сығарылыш уҡыусыһының имтиханға ниндәй кәйефтә килеүе мөһим, был йәһәттән балаға ата-әсәнең йоғонтоһо ла ҙур. Шуға күрә акция баһа алыр өсөн түгел, ә өлкәндәргә имтихан процедураһын аңлатыу, төрлө ҡурҡыуҙарҙы бөтөрөүгә лә булышлыҡ итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ