«Салауат Юлаев» клубы һөжүмсеһе Джошуа Ливо быйылғы миҙгелдә беренсе булып 70 мәрәй йыйҙы


Ул шулай уҡ юлаевсылар тарихында Александр Радуловтан һуң миҙгелдә шунса мәрәй туплаған икенсе уйынсы. Канада легионеры бөгөн «Амур» менән осрашыуҙа үҙ иҫәбенә гол һәм пас яҙҙы. Яҡташтарыбҙҙан тағы ла уңышҡа Владислав Ефремов менән Шелдон Ремпал өлгәште. Осрашыу Өфөҡ клубы файҙаһына 3-1 иҫәбе менән тамамланды. Шулай итеп Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 83 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында икенсе урынға күтәрелде. Киләһе уйынды юлаевсылар «Амур» менән йәнә 6 мартта Хабаровскиҙа көс һынаша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ