Баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың беренсе семинары үтте.
Йола буйынса «Урал» башҡорт халыҡ көйөнән башланған сарала ил һәм донъя кимәлендә танылыу алған милләттәштәребеҙ ҡатнашты. Осрашыуҙа дәүләт ҡурайсылар ансамбленең эшмәкәрлеге, башҡорт музыка мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, традицион башҡарыу алымдары, заман алымдарын ҡулланып ҡурайҙы үҫтереү кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Фекер алышыуҙа һәр кем үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Семинар һуңында Башҡортостан Ҡурайсылар берлеге яңы ағзаларына таныҡлыҡтар тапшырылды.



