Премьер-министр Андрей Назаров 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса шулай тип белдерҙе. Федераль үҙәктән 75 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Инфраструктура кредиттары ярҙамында Өфө һәм Нефтекамала ике ҙур проект ғәмәлгә ашырыла. Ҡаҙна сығымдарының 70 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелә. Бөтә йөкләмәләр үтәлгән. - Киләсәктә лә бюджеттағы һәр һумды һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк. Инвестиция мөмкинлектәрен яҡшыртырға, эшҡыуарлыҡты үҫтерергә тейешбеҙ, тине Андрей Назаров.




