Башҡортостанда юлдар йыл әйләнәһе ремонтлана

Быйыл 7 меңдән ашыу соҡор ямалған, тип  хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Иң ҙур эштәр Тәтешле, Өфө һәм Туймазы райондарында башҡарылған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, һалҡын көндәрҙә юл ҡатламы емерелеүе, соҡорҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға ремонт йыл әйләнәһе алып барыла. Төп маҡсат - юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Көндәр йылытҡас республикала 23 асфальт-бетон заводы эшләй башлай. 

Фото №1 - Башҡортостанда юлдар йыл әйләнәһе ремонтлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ