Шүлгәнташтағы күлде пилотһыҙ йөҙөү аппараты тикшерә

Бөрйән районында экспедиция ойошторолдо. Тәүге көндә махсус аппарат һыу аҫтынан 36 метр үтте. Дрон 200 метрлыҡ электр сымына тоташтырылған. Ул һыу аҫтында оҙаҡ ваҡытҡа ҡала ала. Аппаратты Өфө инженеры Ярослав Литвинов эшләгән. Музей-ҡурсаулыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, күлгә экспедиция ваҡыты сикләнмәгән. Маҡсаты - Шүлгәнташты өйрәнеү, берҙәм карта төҙөү.

Фото №1 - Шүлгәнташтағы күлде пилотһыҙ йөҙөү аппараты тикшерә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ