Октябрьский ҡалаһынан яугирҙарға генерал Шайморатов миҙалы тапшырылған

Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса,«Вотяк», «Хаба» һәм «Белый» ҡушаматлы һалдаттарҙы ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский бүләкләгән. Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифһендә яҙған. “Наградаға лайыҡ булған ир-егеттәр алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәтә. Улар хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Яугирҙарҙы миҙалға батальон командиры тәҡдим иткән. Яҡташтарымды тәбрик итәм! Иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем”, - тигән Алексей Пальчинский.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһынан яугирҙарға генерал Шайморатов миҙалы тапшырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ