Программа әҙерләүселәр буйынса бушлай курстарға уҡыусылар туплана. Проект менән премьер-министр Андрей Назаров танышты. Уҡытыу Өфөлә тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ Геном үҙәгендә алып барыла. -Башҡортостан йәшәү өсөн яҡшы төбәк булырға тейеш. Бының өсөн тейешле инфраструктура һәм кадрҙар кәрәк, - тине Андрей Назаров. Программа яҙыусыларҙы уҡытыу көҙөн башлана.




