Салауат Юлаев музейы ремонтлана

Башҡортостан милли музейы Малаяҙ ауылындағы музейҙа капиталь ремонт уҙғарыуға контракт төҙөнө. Уға ярашлы, бында һыу, канализация, йылытыу системаһы, ҡыйыҡ, бинаның тышҡы яғы төҙөкләндерелә. Шулай уҡ эргәләге биләмә тәртипкә килтерелә. Салауат Юлаев музейына 1965 йылда нигеҙ һалынған. Бында башҡорт халҡының милли геройының тормошона ҡағылышлы экспонаттар күрһәтелгән.

Фото №1 - Салауат Юлаев музейы ремонтлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ