Һүҙ Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығының глэмпинг һәм модулле ҡунаҡханалар төҙөү конкурсы тураһында. Милли проект сиктәрендә файҙаланыуға тапшырылған номерҙар һаны буйынса Башҡортостан Алтай һәм Ҡабарҙы-Балҡар республикалары менән бергә илдә алдынғы урында. Һуңғы ике йылда башҡорт эшҡыуарҙары туристик проекттарын тормошҡа ашырыуға 450 миллион һумдан ашыу субсидия алған. Әйтәйек, Бөрө районынан Тимур Пайдиев дәүләт ярҙамында 10 ҡунаҡ йорто һалған. Уларҙың һәр береһе аш-һыу, йыуыныу, йоҡлау бүлмәләре, бәҙрәф менән йыһазландырылған. Етәксе бизнесын артабан да үҫтерергә ниәтләй.



