Ул ҡала биләмәһенең неолит осоронан алып әлеге кәндәргә тиклемге кәсепселек тарихын сағылдыра. Музей экспозицияһы өс өлөшкә бүленгән, тәүгеһе - Бөрө районында археологтар тарафынан табылған боронғо керамикаға бағышланған. Ҡалғандары Бөрө ҡәлғәһенә нигеҙ һалғандан алып Октябрь революцияһына тиклемге осорҙо һәм 20-се быуат кәсепселегенә арналған. Музейға килеүселәр өсөн көршәк яһау һәм балсыҡ менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.



