Белгестәрҙән бушлай консультация, ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ижади майҙансыҡтар һәм башҡалар. Өфөлә «Үҙ ғаиләм» форумы уҙҙы. Күп балалы ата-әсәләр дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ведомство етәкселәре үҙ-ара фекер алышып, хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡланы. Майҙансыҡ эшмәкәрлеген БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Акушер, юрист, психолог - майҙанда белгестәр байтаҡ. Теләгән һәр кем үҙен борсоған мәсьәлә буйынса бушлай консультация ала. Һуңғы йылдарҙа рухи һаулыҡҡа иғтибар артты. Үҫмерҙәр, йәштәр белгес менән күрешеүҙән баш тартмай, үҙ проблемалары менән бүлешә. Сәләмәт балала ғаилә тыныслығы, ти психологтар.
Майҙанда изгелек акциялары ла ойошторолғайны. «Аҙыҡ-түлек банкы» хәйриә фонды, әйтәйек, мохтаждарға гуманитар ярҙам бүлә. Киләһе акция 14-15 мартта үтер, тип көтөлә. Унда теләгән һәр кем «Аҙыҡ-түлек», «Пятерочка» магазиндарында оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡ һатып алып, кассала ҡалдыра ала.
Изгелек тулҡыны бының менән генә сикләнмәй. Ә Башҡортостандағы «Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте» махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә. Был уларҙың эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе генә. Маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре яһауға яугирҙарҙың ҡатындары һәм әсәләре ҡушылған.
Майҙанда ойошторолған күргәҙмәгә иһә ғаилә бизнестары продукттары ҡуйылды. Биҙәүестәр, кейем-һалым, күндән кәрәк-яраҡтар - теләгән һәр кем үҙ ҡул эштәрен һатыуға сығарала алды. Земфира Нурмөхәмәтова, әйтәйек, төп һөнәренән тыш, таштарҙан муйынсаҡтар эшләү менән шөғөлләнә.
Һаулыҡ, балаларҙы тәрбиәләү тураһында әңгәмәләр, кескәйҙәр өсөн уйындар, фотосессиялар - форумда майҙансыҡтар күплеге һоҡландырҙы. Айырым күп балалы ата-әсәләр власть вәкилдәре менән туранан-тура һөйләште. Сөнки ышаныслы киләсәк тәрбиәләү - ғаилә һәм дәүләттең уртаҡ бурысы.
Рәзилә Ғилметдинова



