Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары депрессияға ҡаршы яңы төр препарат уйлап тапҡан


Яңы дарыу әле вуз -ара кампус лабораторияларында һынау үтә. Дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙан башҡорт антидепрессанты нимәһе менән айырыла? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.

Ғалимдар асыҡлауынса, сысҡандарҙың геномы кешенеке менән 80 процент оҡшаш. Тап шуға фәнни тикшеренеүҙәрҙә улар ҙур ярҙамсы. Препарат миҡдары сысҡандарҙың ауырлығын иҫәпләп ҡаҙала. Ярты сәғәттән һуң уның тәьҫире тикшерелә. Йәнлектәр төрлөсә һынала, береһе- уларҙың ҡойороғонан аҫып ҡуйып.


Был ысул ярҙамында беҙ сысҡандарға дарыу тәьҫирен күҙәтәбеҙ. Береһе ысҡынырға маташа, икенсеһе тыныс ҡала. Ошо рәүештә дарыуҙың организмға йоғонтоһо күренә.

Гөлнара Ғайсина, БДМУ-ның бәләкәй таргет молекулалар эҙләү лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре

Икенсе бүлмәлә яңы төр дарыуҙың организмға тәьҫире һанлы форматта тикшерелә. Ғалимдар уны докинг программаһында ҡарай. Әйтергә кәрәк, компьютерҙа молекулаларҙың бәйләнеше дарыуҙы сысҡандарға ҡаҙағансы өйрәнелә.


Әле беҙҙең молекулар бәйләнешен сератонин транспортёры сайтында ҡарайбыҙ. Депрессияны дауалауҙа был процессты тикшереү мөһим.

Маҡсат Ураҙбаев, БДМУ-ның бәләкәй таргет молекулалар эҙләү лабораторияһы өлкән ғилми хеҙмәткәре

Яңы препарат өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының кампус лабораторияһында депрессияға ҡаршы тороусы молекула сығарылған. Молекулалар синтезы яңы ҡорамалдарҙа үткәрелә. Асыш яһау өсөн бөтә шарттар бар.


Ҡорамалда ҡатнашманың физик- химик сифаттары тикшерелә. Бындағы заманса аппараттар беҙгә эште еңелләштерә.

Валерия Кудрина, БДМУ-ның бәләкәй таргет молекулалар эҙләү лабораторияһы кесе ғилми хеҙмәткәре
Башбат

Ғалимдар иҫбатлауынса, депрессияға ҡаршы был дарыуҙың организмға кире йоғонтоһо аҙыраҡ буласаҡ. Дарыухана кәштәләренә сығарыу өсөн ун йыл тирәһе ваҡыт һәм әлбиттә, инвестиция талап ителә. Ошондай фәнни асыштарҙы ғәмәлдә ҡулланыуға алып барып еткереү йүнәлешендә Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты эшләйәсәк.


Башҡортостанда яңы булдырылған фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты бер йүнәлештә, әммә төрлө ойошмаларҙа, юғары уҡыу йорттарында эшләүсе ғалимдарҙы, берләштерергә ярҙам итәсәк. Фән өлкәһенә федераль гранттар йәлеп итеүҙә лә булышлыҡ итәсәк.

Рәил Әсәҙуллин, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының стратегик мәғарифты үҫтереү ғилми-тикшеренеү институты баш ғилми хеҙмәткәре, профессор

Фән менән производство араһына күпер һалына. Тимәк, ғалимдарҙың күп йыллыҡ эҙләнеүҙәре туҙан ҡунып кәштәләрҙә ятмаясаҡ, ә ғәмәлдә ҡулланыуға сығарыласаҡ.

Заманса кампус, гранттар - йәштәрҙе фәнгә йәлеп итеү, яңы ҡаҙаныштар өсөн шарттар булдырыла. Шулай уҡ комплекслы эш импортты алмаштырыуға йүнәлтелә. Төбәк етәксеһе башланғысы буйынса ойошторолған яңы дәүләт комитеты был эште тағы ла көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ