Төбәктә инфраструктураны яңыртыу буйынса рекордлы күләмдә эш башҡарылды

Былтыр республикала коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Уға ярашлы 21 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт уҙғарылғайны, 115 саҡрым инженер селтәрҙәр яңыртылды. Дөйөм финанс сығымдар 1 миллиард ярым һум тәшкил итте. Был турала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән төбәктең торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының берҙәм коллегия ултырышында билдәләнде. Сарала ведомстволарҙың бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, киләһе айҙарға бурыстар ҡуйылды. Осрашыуҙа муниципаль власть органдарына «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектында ҡатнашыу шарттары һәм талаптары тураһында хәбәр иттеләр. Әйтәйек, программаны тормошҡа ашырғанда контракттар төҙөү ваҡыты 1 апрелгә тиклем дауам итһә, йыл аҙағынаса барлыҡ аҡсаларҙы үҙләштереү мотлаҡ.


Быйыл «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты «Тормош өсөн инфраструктура» тип исемләнгән яңы милли проект буйынса тормошҡа ашырыла. 2025 йылға һайлап алынған объекттарҙа подрядсы компаниялар тарафынан эш 1 апрелдән һуң башланырға тейеш. Шулай уҡ республикала йәшәүселәрҙе киләһе йыл төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләре, парк-скверҙар өсөн тауыш биреүҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырабыҙ. Һайлап алыу этабына тиҙҙән старт бирелә.

Ирина Голованова, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры

Ултырыш барышында торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү эшен һөҙөмтәле алып бурысы ҡуйылды, яуаплы ведомствоның граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса вәкәләттәре көслө. Былтыр ғына комитет тарафынан меңдән ашыу иҫкәртеү сараһы уҙғарылған.


Былтыр торлаҡ күҙәтеүе буйынса граждандарҙан 29 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгәйне. Анализ күрһәтеүенсә, уларҙың 63 проценты иарасы компанияларҙың тейешле кимәлдә эшләмәүенә, дөйөм милекте хеҙмәтләндереүҙәге етешһеҙлектәргә бәйле. Һәр мөрәжәғәт контролгә алынып, тикшереүҙәр уҙғарылды.

Александра Авдеева, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ