Дәһшәтле йылдар шаһиты. Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов 99 йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, фронт һыҙығында булған ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләй. Үҫмер генә сағында ҡулына ҡорал алып, Ватан һағына баҫҡан, унан һуң әсирелектең барлыҡ михнәттәрен күргән сал сәсле яугир тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов һәр орден-миҙалдың үҙ тарихы булыуын билдәләй, ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан бүләк ителгәне уға айырыуса ҡәҙерле. 1943 йылда фронт һыҙығына барыр өсөн Әбйәлил егете үҙенә йәш ярым өҫтәтеп яҙҙыртҡан. Хәрби әҙерлек үтеп, ҡулына ҡорал алған яҡташыбыҙҙы яугирҙар ҙа тәүге көндән алып үҙ ҡурсауына ала.
Эстония, Латвия яҡтарында снаряд тауыштарына сынығырға тура килә уға. Фашистик көстәр менән алыш аяуһыҙ була. 1944 йылдың июлендә бер төркөм хәрбиҙәр, шул иҫәптән Ишҡол Мәхмүтов дошман ҡамауында ҡала. Әсирлеккә эләккән һалдаттар тотҡондар лагерына оҙатыла.
Ишҡол Мәхмүтовтың әсирлектә булыу михнәттәре теүәл туғыҙ ай дауам итә. Сал сәсле яугир тормошон ҡырҡа үҙгәрткән даталарҙы яҡшы хәтерләй.
Бөйөк Еңеү көнө оло ҡыуаныс менән ҡаршылай йәш ягуир. Тик тыуған яҡҡа ҡайтҡансы, уға тағы ла һынауҙар аша үтеп хеҙмәт лагерҙарында эшләргә тура килә.
Ишҡол Мәхмүтов һуғыштан 1951 йылда ғына ҡайта. Матур ғаилә ҡороп, балаларына яҡшы тәрбиә бирә.
Сал сәсле ветеран Бөйөк Еңеү көнөн - 9 майҙы ла һәр йылдағыса тулҡынланып көтә. Һуғышта сыныҡҡан рухты һындырырлыҡ түгел тигән ҡарашта.
Гөлназ Хәйбуллина



