Баш ҡалала Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды


Һынлы сәнғәттә «Емеш» образы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың Башҡортостан милли музейында шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның милли мотивтар менән рухландырылған әҫәрҙәренә һәм яҙмышына, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта Ватан һағына баҫҡан яугирҙарға арналған яңы картиналары тәҡдим ителде. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Ҡылҡәләм оҫтаһы Раушания Бәҙретдинованы Зәйнәб Биишева трилогияһынан Емеш образы ижадҡа илһамландырған. Әҫәр менән танышҡандан һуң йылдан ашыу ваҡыт үткәс, рәссам яҙыусы ижад иткән образдарҙы буҫтауҙа һынландырған.Был картиналарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙының, булмышы, аыурлыҡтарға, яҙмыш һынауҙары алдында һынмаҫ рухы сағылыш тапҡан.

Раушания Бәҙретдинованың һүрәттәрендә йомшаҡ һәм йылы төҫтәр әсир итә.Ижады йәндең юғары тәғәйенләнеше тураһында етди уйланырға саҡыра. Мөхәббәтте данлай.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре менән бала сағынан таныш ейәне Таһир Әминев та күргәҙмәләге эштәрҙе бғары баһаланы.


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, минең өләсәйем Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре буйынса һоҡланғыс картиналар яҙған Раушания Мөсәбир ҡыҙына рәхмәтем сикһеҙ, артабан да ижади уңыштар теләйем.

Таһир Әминев, Зәйнәб Биишеваның ейәне

Күргәҙмәне асыу тантанаһында сығыш яһаусылар, бер-нисә быуын балаларының Зәйнәб Биишеваның Емеш образы өлгөһөндә тәрбиәләнеүен билдәләп үтте. Халыҡ яҙыусыһының ижады картиналарҙа мәңгеләштерелеүен әҙибә хаҡында тәүге фильм төшөрөүсе Луиза Азамат та юғары баһаланы .

Рәссам башҡаларҙы ҡабатланмаған алымдар ярҙамында тамашасы менән ышаныслы диалог ҡора белеү оҫталығына эйә. Ә картиналары иһә рухи эҙләнеүҙәр ҡаҙнаһы. Тамашасыны тыныслыҡ, изгелек һәм хәҡиҡәт хаҡында уйланырға саҡыра.

Ватан һағына баҫҡан яугирҙарға арналған картиналар серияһы илһөйәрлек рухы менән һуғарылһа, башҡорт әҙәбиәте классигы, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадына һәм яҙмышына арналғандарында яҙыусының яҡты образы, геройҙары һынландырылған күмәк портреттар, кисерештәр аша еткерелгән. «Емеш» экспозицияһы рәссамдың күңел һуҡмаҡтары буйлап үҙенсәлекле сәйәхәттә йөрөтә. Һәр картина-буяуҙар һәм хис-тойғолар теле менән һөйләнелгән айырым тарих. 20 мартҡа тиклем эшләгән күргәҙмәлә һәр кем үҙ күңеленә һәм йөрәгенә ярашлы асҡыс таба ала.

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадын йылы һәм сағыу төҫтәр менән буҫтауға күсергән. Яҙыусының яҙмышын сағылдырған картиналар халыҡсанлығы, миилли биҙәктәре менән лә тамашасы күңеленә яҡын.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ