Тәтешле районында «Башҡорт кенеше» төбәк-ара форумы үтте


Сара Удмурт республикаһы делегацияһы ҡатнашлығында ойошторолдо. Ҡунаҡтар билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияның уҡыу-уҡытыу программаһы менән танышты, район үҙәгенең «Знамя» кинотеатрын ҡараны. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы тәжрибәһе лә өйрәнелде.

Быйыл Тәтешле районынан финалға Бәләкәй Бәлзүгә ауылы сыҡҡан. Форумда «Милләт һаулығы: этник традициялар һәм заманса алымдар» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Әңгәмә барышында сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүҙең һәм йәмғиәттә сәләмәт ғәҙәттәрҙе формалаштырыуға йүнәлтелгән мәҙәни саралар билдәләнде, резолюция ҡабул ителде. Осрашыу Удмуртияның Шарҡан районы һәм Башҡортостандың Тәтешле районы артистарының дуҫтарса концерты менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ