Ярыш “Башинформ”дың “Бәйләнештә” селтәрендәге башҡортса төркөмөндә ойошторолдо. Унда Башҡортостан һәм Татарстандың төрлө райондарынан, Һамар өлкәһе һәм Ижевск ҡалаһынан 60-тан ашыу гармунсы һәм баянсы ҡатнашты. Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Айҙар Абдуллин беренсе урын яуланы. Хәйбулла районы үҙәгенән Рәсимә Денисламова –икенсе, Салауат ҡалаһынан Эльвира Асҡарова өсөнсө урынға лайыҡ булды.




