Былтыр Ырымбур өлкәһендә ташҡын ваҡытында дамба йырылыу осрағын иҫәпкә алып, оло һыуҙы хәүеф-хәтәрһеҙ үткәреү бурысы тора.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында штаб күнекмәләре ойошторолған. Күнекмә барышында муниципалитет етәкселеге менән халыҡты алдан хәбәр итеү буйынса эш итеү алгоритмы әҙерләнгән. Гидротехник ҡоролмалар тикшерелгән, бөтә ашығыс хеҙмәттәр менән тейешле саралар күреү планы әҙерләнгән.
Ташҡынға әҙерлек һорауҙары Хөкүмәт йортонда үткән йыйылышта ҡаралды. Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә 67 хәүефле участка контролдә тотола.



