Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Театр офоҡтары» балалар театр студияһының асыҡ күргәҙмәһе үтте


Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының бәләкәй залында «Театр офоҡтары» балалар театр студияһының асыҡ күргәҙмәһе үтте. Унда кескәйҙәр остаздарынан өйрәнгән актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, ҡурсаҡтар менән идара итеү кеүек яңы һөнәрҙәрен күрһәтте. Йәш һәләттәргә студия тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары һәм ҡурсаҡ театры хеҙмәткәрҙәре стамаша ҡылды. Шулай уҡ Корней Чуковскийҙың «Муха - Цокотуха» әкиәте персонаждары буйынса балалар эшләгән бирсәткә ҡурсаҡтар ҙа күргәҙмәгә сығарылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ